"Ҡала инфраструктураһы һәм биләмәләр үҫеше менән идара итеү" программаһы буйынса уҡытыу ике ай дауам итте. Республика хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Оскар Ситдиков белдереүенсә, ветерандар диплом алып ҡына сыҡмай. Улар яңы һөнәр өйрәнә, ҡала һәм райондарҙы яҡшыраҡ итеү өсөн белем ала. Бындай кадрҙар - беҙҙең өсөн яҡшы ресурс, ти Оскар Ситдиков.