Башҡортостанда пилотһыҙ системалар батальонына хәрбиҙәр туплана

Был турала Радий Хәбиров хәбәр итте. - Беҙҙең егеттәр араһында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә  теләүселәр күп - был Ҡораллы көстәр элитаһы. Яңы подразделение хәрбиҙәре контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә ҡаралған барлыҡ түләү һәм ташламаға хоҡуҡлы. Хеҙмәтте башлар алдынан уҡытыу курсын үтергә  кәрәк.  Яңы батальон Ике тапҡыр  Советтар Союзы Геройы  Муса  Гәрәев  исемен йөрөтә.  Өфө, Октябрь Революцияһы 3 адресы буйынса килергә  мөмкин, тип  яҙа Радий  Хәбиров.