Башҡортостанда яңы пилотһыҙ системалар батальоны туплана

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров иғлан итте. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ниәт менән уға хәрби часть вәкилдәре мөрәжәғәт иткән. Радий Хәбиров был башланғысты хуплаған. Армия киләсәге булған элиталы пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итергә теләүсе егеттәребеҙ күп. Тәжрибә күрһәтеүенсә, Башҡортостан ярҙамы менән исемле батальондар төҙөү күпкә һөҙөмтәлерәк. Хәрби заданиелар теүәл үтәлһен өсөн республика яугирҙарға бар кәрәкле әйберҙәр менән даими ярҙам итә. Яҡташлыҡ тойғоһо ла егеттәрҙе берләштерә һәм тыуған яҡтан йыраҡта ла ярҙам итә. Яңы подразделениеға контракт төҙөгәндә бирелә тороған бар төбәк түләүҙәре лә ҡаралған. Яугирҙар хеҙмәткә алыныр алдынан етди әҙерлек үтәсәк. Яңы батальон ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтәсәк, тигән Радий Хәбиров. Пилотһыҙ системалар ғәскәре подразделениеһына ҡушылырға теләүселәр Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы 3-сө йортҡа мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәт үҙенсәлектәре һәм һайлап алыу талаптары тураһында ентекләберәк +7 9959486541 телефоны буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.