Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары бер йыл эсендә яҡынса 6 процентҡа артып, 147 мең ярымға етте. Республика Хөкүмәте ултырышында билдәләнеүенсә, үҫеш темптары Рәсәй һәм Волга буйы федераль округының уртаса күрһәткестәренән юғары. Төбәктә эшҡыуарҙарға эш асып бизнесты үҫтереү буйынса ярҙам саралары системаһы булдырылған. Әлегә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының 40 проценттан ашыуы Өфөгә тура килә, башҡа муниципаль берәмектәрҙә лә эште йәнләндереү, уңайлы шарттар булдырыу бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә «Минең бизнес» үҙәгенең күсмә сараларын уҙғарыу тәҡдим ителде. Билдәле булыуынса, бөгөн был ойошма филиалы ун өс муниципалитетта уңышлы эшмәкәрлек алып бара.