Башҡортостанда «Төнгө диспансеризация» акцияһы даталары билдәләнде

Поликлиникалар республикала йәшәүселәр уңайлығы өсөн кис тә эшләйәсәк. Эштән һуң сәләмәтлеккә ваҡыт бүлеү мөмкинлеге бар. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, комплекслы медицина тикшереүен 5 һәм 19 августта киске cәғәт 8-ән төнгө 12-гә тиклем үтергә була. «Оҙон һәм әүҙем ғүмер» милли проекты сиктәрендә ойошторолған акцияның тәүмаҡсаты-медицина ярҙамы сифатын яҡшыртып, граждандарҙың иғтибарын үҙ һаулығына йүнәлтеү, ауырыуҙарҙы киҫкенләшмәҫ борон асыҡлау.