Башҡортостанда илдең иң яҡшы велоспортсыларын асыҡланды

Шишмә районында Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы сиктәрендә төркөм ярыштары үтте. Велосипедсылар ете ауыл араһындағы трассаны бер нисә ҡабат ураны. Ҡатын-ҡыҙҙар 120 километр үтһә, ир-егеттәр 160 саҡрым арауыҡта ярышты. Һөҙөмтәлә алтын миҙалға Мәскәүҙән Даниил Мальцев лайыҡ булды. Гүзәл заттар араһында финишҡа тәүгеләрҙән булып Санкт-Петербургтан Анастасия Самсонова килеп етте.