Был платформа ярҙамында яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төбәктә тормошҡа ашырылған ярҙам саралы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов әйтеүенсә, платформаны сафҡа индереү-ассоциация алып барған оҙайлы һәм системалы эштең логик дауамы булып тора.
Мобиль ҡушымта ярҙамында ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ассоциацияға инә, актуаль яңылыҡтарҙы белә, мөрәжәғәттәр ебәрә, медицина, психологик һәм юридик ярҙам ала. Платформа ветерандар, ассоциация, власть органдары, муниципалитеттар, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды һәм эш биреүселәр араһында үҙ-ара эш итеүҙең берҙәм тәҙрәһе булып тора. Башҡортостан Рәсәйҙә бындай һанлы ярҙам моделен индергән тәүге төбәк.