Башҡортостан прокуратураһы Өфөләге ямғыр һыуҙары улаҡтарын хеҙмәтләндереүҙә ҡануниәт үтәлешен тикшереп, етешһеҙлектәр асыҡланған. Көслө яуым-төшөм ваҡытында ҡалалағы автомобиль юлдары, тротуарҙар, ихаталарҙы һыу баҫыуға бәйле граждандарҙан даими рәүештә мөрәжәғәттәр килеүе билдәле. Айырыуса уҙған айҙа ямғыр һыуы канализациялары һәм улаҡтар эшенә бәйле ялыуҙар күп булды. Прокуратура тикшереүе һөҙөмтәләре һәм ямғыр һыуы улаҡтарын таҙартыу буйынса ойошторолған планға ярашлы саралар тураһында киләһе яҙмала. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Махсус коммуналь техника ярҙамында ямғыр һыуы канализациялары һәм селтәрҙәрендә тәртип булдырыла. Машина тәүге миҙгелдән үк үҙенең һөҙөмтәле эшен күрһәткән. Канализация торбаларындағы тығылған урындар юғары баҫымда ебәрелгән һыу ағымы менән юҡ ителә, ҡом һәм ләм насос менән һурҙырып алына һәм утилләштерелә. Ун алты йылдан ашыу был өлкәлә эшләгән Дамир Абдуллин әйтеүенсә, йәйге ҡойма ямғырҙар һәр ваҡыттағыса ҡала хеҙмәттәрен ныҡлыҡҡа һынай, эш күләме арта.
Өфөлә 22 проблемалы участка иҫәпләнә. Әлегә авария-тергеҙеү эштәре планға ярашлы ойошторолған. Әммә улар яуым-төшөм ваҡытында ла бер ҙә туҡтамай. Ямғыр һыуҙары йыйылмаһын өсөн, тәү сиратта, люктарҙы асыу буйынса саралар күрелә.
Баш ҡалала ямғыр һыуы канализацияһы селтәрҙәренең оҙонлоғо 226 саҡрым тәшкил итә, туғыҙ меңгә яҡын улаҡ һәм ҡоҙоҡ иҫәпләнә. Юл-урамдарҙа һыу баҫыуҙы иҫкәртеү ҡала хеҙмәттәренең етди күҙәтеүендә. Яңыраҡ был йүнәлештә эште республика прокуратураһы ла айырым контролгә алды. Билдәле булыуынса, быйыл июлдә ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә канализация системаһы килгән һыу күләмен ҡабул итеп өлгөрмәгән, һөҙөмтәлә урам-юлдарҙа көслө һыу ағымы күҙәтелде, асфальтты йыуған осраҡтар теркәлде.
Прокуратура тарафынан асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмә бирелгән. Ямғыр һыуы канализациялары системаһы өсөн яуаплы ойошма етәкселеге билдәләүенсә, баш ҡала өсөн көнүҙәк булған мәсьәләне хәл итеү буйынса саралар күрелә.
Йәй яуым-төшөмлө булыуға ҡарамаҫтан, коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң ауыр һәм яуаплы осор-ул көҙ миҙгеле. Ағастарҙан япраҡтар ҡойола һәм көслө ел менән ямғыр һыуы ағырға тейеш тимер рәшәткәләрҙе ҡаплай, торбалар ҡом, ботаҡтар менән тығыла. Оҙаҡ йылдар был тармаҡта эшләгән белгестәр билдәләүенсә, күп осраҡта улаҡтарҙы ҡул көсө менән дә асфальт, бетон ҡалдыҡтарынан да таҙартырға тура килә.
Гөлназ Хәйбуллина