Стәрлетамаҡта авария урынында пассажирҙарға ярҙам иткән табип асыҡланды

Кешелекле һәм иғтибарлы. Стәрлетамаҡта авария урынында пассажирға ярҙам иткән табип Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһы хеҙмәткәре Эдуард Фәйзуллин икәне асыҡланды. Операция бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы табип быға тиклем дә ғәҙәттән тыш хәл урынында ярҙам күрһәткәне булған. Дан өсөн түгел, мин ни бары үҙ эшемде башҡарҙым, тигән фекерҙә табип. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханыһы табибы Эдуард Фәйзуллин һөнәренә һәр саҡ тоғро. Дауаханала төп эше тамамланғас та ул һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Стәрлетамаҡ районында Рощинский ауылында теркәлгән аварияла ул ашығыс медицина хеҙмәте килгәнсегә тиклем тәүге ярҙам күрһәтә. Битараф булмаған башҡа кешеләр менән ул зыян күргән 5 пассажирға тәүге минуттарҙа иң кәрәкле процедураларҙы башҡара.

Авария урынында минән башҡа ла табиптар туҡтап ярҙам итте, аышығыс ярҙам хеҙмәте 10 минут эсендә килеп етте. Уларға ҙур рәхмәт. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ығы-зығы башланды, зыян күреүселәргә медицина һәм психологик ярҙам кәрәк ине. Үҙемде герой тип иҫәпләмәйем, был һәр кемдең -айырыуса табиптарҙың төп бурысы. Авариянан зыян күргә пассажирҙар Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылды. Улар барыһы ла һауығып сығыр тип өмөтләнәм.

Эдуард Фәйзуллин, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының операция бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы

Операция бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Эдуард Фәйзуллин быға тиклем дә осраҡлы рәүештә кешеләрҙе ҡотҡарған. 2018 йылда шулай аварияла зыян күргән водителгә медицина ярҙамын күрһәткән. Бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәр табиптың иғтибарлы, кешелекле сифаттарын билдәләй.

Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник-дауаханаһында табиптар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам күрһәткән осраҡтар даими ҡабатлана. Апрелдә табип Динара Кулова Өфө-Владивосток самолетында рейс ваҡытында өс пассажирға ярҙам күрһәтә. Аҡ халатлыларҙың һөнәренә тоғролоғо эш кабинетынан тыш тормош шарттарында ла ныҡлы.

Лилиә Ғәлиева, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы

Ф.Миһранова