Тегәләр, бәйләйҙәр, үрәләр, бешерәләр. Баймаҡ районы ирекмәндәренең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар фронттағы яугирҙарға кейем дә тегә, аҙыҡ-түлек тә әҙерләй, фронт кәрәк-яраҡтары ла туплай.
Был юлы ирекмәндәр һалдаттарға балыҡ бешерергә йыйылды. Урал йылғаһы буйҙарында йәшәүселәр балыҡ ярата. Шуға ла яҡташтарыбыҙға диңгеҙ продукцияһы оҙатырға булдыҡ, ти улар. Бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙар оҙаҡ һаҡлана торған рецепттар ҡуллана. Өҫтәүенә әҙер ризыҡты вакуумлы ҡаптарға тултыралар.