Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сираттар кәмене

Яғыулыҡ баҙарында хәл яҡшыра. Кисә Өфөлә контролгә алынған 31 яғыулыҡ ҡойоу станцияһында 230 автомобиль теркәлгән. Был күрһәткес ажиотаж башланға тиклемгеһенән күп түгел. Шулай ҙа айырым райондарҙа хәл көсөргәнешле ҡала. Был турала яғыулыҡҡа ҡағцылышлы көндәлек брифингта белдерҙеләр.

Ауыл хужалығында бензин менән ҡатмарлыҡтар юҡ, тине тармаҡ министры урынбаҫары. Ә бына дизель яғыулығы менән июлдә тотҡарлыҡтар булған. Яуаплы министрлыҡтар ауыл эшсәндәренә квоталарҙы арттырыу тураһында хәл иткән.