«Финист» һәм «Ҡарлуғас» Өфө яны электричкаларында башҡорт теле яңғырай

Өфө агломерацияһындағы Дим-Иглин маршруты буйынса йөрөгән ҡала яны электропоездарында мәғлүмәт ике дәүләт телендә әйтелә. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы стандарты Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы сиктәрендә индерелгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Дим биҫтәһенән Оло Тәләк ауылына илткән тимер юлы туҡталыштары, ниһайәт, башҡорт телендә иғлан ителә. Әлегә ул тик Өфө агломерацияһы маршрутында ғына яңғырай. Башланғыс Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан тормошҡа ашырылған.

Станция атамалары Башҡортостандың Терминология хеҙмәте менән берлектә башҡортсаға тәржемә ителгән. Аудиояҙмаларҙы билдәле алып барыусы, коллегабыҙ Гүзәл Мөхәмәтйәнова тауышландырған. Туҡталыштарҙың ике дәүләт телендә яңғырауын пассажирҙар хуплап ҡабул итә. Уның күптән кәрәклеген дә билдәләй.

Тимәк, эш тик бының менән сикләнмәйәсәк тигән өмөт уята. Киләсәктә, электропоезд таблоһына ла башҡорт телен индереү шул иҫәптән.

Азат Ғәлиуллин