Йәштәр араһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте популярлаштырыу өсөн ойошторолған йәштәр хөкүмәтенең өсөнсө составы үҙ эшмәкәрлеген тамамлай. Республика хөкүмәте ултырышында был структураның эшенә йомғаҡ яһалды. Йәштәр хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы Глус Сабитов белдереүенсә, уҙған йылдан алып йөҙгә яҡын сара уҙғарылған, 16 проект тормошҡа ашырылған. Йәлеп ителгән грант аҡсаларының дөйөм суммаһы 9 миллион һум самаһы, йәштәр хөкүмәте ағзаларының тәҡдимдәре төбәк һәм муниципаль кимәлдәге 24 норматив хоҡуҡи акт ҡабул иткәндә иҫәпкә алынған.