Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республикала тоҡомло малсылыҡ үҫешә, заманса генетик технологияларға өҫтөнлөк бирелә. - Инновацион технология ҡулланыусы хужалыҡтарҙың геном тикшеренеүҙәре өсөн 90 процентҡа тиклем сығымы дәүләт иҫәбенә ҡаплана, тине ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов. Уҙған йылда 6 хужалыҡ ярҙам алған. 2030 йылға тиклем республикала 30 мең малды генетик тикшереү маҡсаты ҡуйылған.