Ошо турала килешеү бар. Был турала бөгөн Башҡортостан-Үзбәкстан бизнес-форумында Үзбәкстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Одилхон Рустамов белдерҙе. - Үҙебеҙҙә Башҡортостан компаниялары өсөн майҙансыҡтар булдырабыҙ. Аныҡ бурыстар бар, - етештереү кооперацияһы, экспортты үҫтереү, берҙәм логистика, тине ул. Башҡортостан-Үзбәкстан бизнес-форумында Урта Азия дәүләтенән 100-ҙән ашыу предприятие вәкиле ҡатнаша.