Башҡортостанда яңы пилотһыҙ системалар батальоны туплана

Был турала республика башлығы иғлан итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был ниәт хәрби часть вәкилдәре мөрәжәғәте нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге яңы батальонға кемдәр талап ителә һәм хеҙмәт шарттары тураһында ентеклеберәк киләһе яҙмала.

Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәре бөгөн Ҡораллы көстәрҙә иң элиталы һанала. БПЛА операторҙарының хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ биләмәлә үтә, хәүефһеҙлек кимәле юғары, хәрбиҙең һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Шуға ла Башҡортостан башлығы яңы батальон тупланыуы тураһында иғлан иткәндән һуң, күп кенә яҡташтарыбыҙ ил һағына торорға әҙер булыуын белдергән. Яугирҙар хәрби хеҙмәт алдынан етди әҙерлек үтәсәк.

Контрактты 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Батальон сафына башлыса кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәткә бармаусылар, тәжрибәһе булғандар ҙа хеҙмәткә төшөү мөмкинлеге бар. Контракт бер йылға төҙөлә, артабан уны өҙөргә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин. Шулай уҡ улар ҡануниәт тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар алырға хоҡуҡлы. Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальоны ил кимәлендәге беренсе исемле подразделение.

Пилотһыҙ системалар ғәскәре подразделениеһына ҡушылырға теләүселәр Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы 3-сө йортҡа мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәт үҙенсәлектәре һәм һайлап алыу талаптары тураһында ентекләберәк +7 9959486541 телефоны аша белешергә мөмкин.

Фидан Монасипов