Республика прокуратураһы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн берлектәге ҡабул итеү ойошторҙо. 20-нән ашыу кеше үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән шәхсән һәм видеоэлемтә аша мөрәжәғәт итте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының тол ҡатыны мәҫәлән, ер участкаһы биреү һорауы менән килгәйне. Мәсьәлә ыңғай яҡҡа хәл ителде. Былтыр республика прокуратураһына хәрбирҙәрҙән һәм уларҙың ғаилә ағзаларынан 3 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителһә, быйыл был һан 2800 тирәһе.