Башҡортостан-Үзбәкстан бизнес-форумында 100 миллион долларға килешеүҙәр төҙөлдө

Төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан уҙғарылған эшлекле сарала иҡтисадтың мөһим тармаҡтары буйынса берҙәм проекттар тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Үзбәкстандан килгән йөҙҙән ашыу предприятие вәкилдәре B2B форматындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашып, Башҡортостандан яңы партнерҙар тапты, килешеүҙәр төҙөнө. Өфөлә Үзбәкстандың сауҙа йортон асыу ҙа ҡаралған. Бизнес-форум һөҙөмтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Башҡорт-үзбәк бизнес-форумына Үзбәкстандан ҙур делегация саҡырылған. Аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт, медицина компаниялары вәкилдәре лә, мебель, төҙөлөш материалдары етештереүселәр ҙә килгән. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы исеменән Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев сәләмләне.

Бөгөнгә Үзбәкстан өлкәләре менән биш килешеү төҙөлгән. 2024 йылдан алып ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһы ла булдырылған. Ундан ашыу эре инвестиция, инфраструктура проекты республика башлығының шәхси контролендә тормошҡа ашырыла. Ташкент өлкәһендә «Бекабад» индустриаль технопаркы төҙөлөшө лә иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

Быйыл Ташкентта үткән «Иннопром»да ғына республика предприятиелары менән дөйөм алғанда 2 млрд 800 миллион һумға тышҡы иҡтисади килешеүҙәр төҙөлгәйне. Тауар әйләнешенең йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Үзбәкстандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге билдәләүенсә, Башҡортостандың көслө яҡтары барыһына ла мәғлүм. Рәсәйҙең нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм нефть химияһы үҙәктәренең береһе. Машиналар төҙөлөшөндә лә уңыштарға ирешелгән. «Был йүнәлештәр буйынса тәжрибә уртаҡлашыу айырыуса мөһим»,- тине ул үҙ сығышында.

Ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү ниәттәре аҡланды. Үзбәкстан президенты тарафынан Ташкент өлкәһе менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса ҡарар ҡабул ителде. Документ буйынса дөйөм алғанда 235 миллион долларға берҙәм инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.

Одилхон Рөстәмов, Үзбәкстан республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары

Үзбәкстан һәм Башҡортостандың эре предприятиелары араһында битуби форматындағы осрашыуҙарҙың уҙғарылыуы ла иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуҙа үҫеш нөктәләрен билдәләргә ярҙам итә. Сараның төп маҡсаты-сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы партнерҙар табыу.

Эшлекле һөйләшеүҙәр өҫтәленә боронғо рецепт буйынса әҙерләнгән ташкент былауы ла ҡуйылды. Үзбәкстан компанияһы консерваланған продукцияны ун беренсе йыл етештерә, Рәсәй баҙарына ла сыҡҡан. Әлегә былауҙы Мәскәү сауҙа нөктәләрендә күрергә мөмкин, тиҙҙән ул Башкортостан магазин кәштәләренә лә ҡуйылыуы ла ихтимал.

Ә бына Башҡортостан башҡорт балын экспортҡа сығарырға йыйына. Шул уҡ ваҡытта Үзбәкстан умартасылыҡта заман технологиялары менән уртаҡлашыу, берҙәм эшләү яҡлы.

Башҡортостанда ойошторолған бизнес-форумда Үзбәкстан делегацияһы республиканың төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселеге менән эшлекле һөйләшеүҙәр алып барҙы. Осрашыуҙа республиканың ауыл хужалығын үҫтереү буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Әйткәндәй, «Алға» айырым иҡтисади биләмәһендә һыуытҡыстар производствоһы буйынса завод төҙөлөшө лә планлаштырылған. Проектты тормошҡа ашырыуға ер бүленгән, финанс мәсьәләләр хәл ителә.

Гөлназ Хәйбуллина