Бөгөндән Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре яғыулыҡ ҡойоу станцияларында көн һайын мониторинг алып барыуҙы туҡтатты, әммә хәл ҡатмарлашҡан осраҡта, улар кире был эште йәнләндерәсәк.
Яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ғәҙәттәгесә йәмәғәт транспортына өҫтөнлөк бирелә. Бөгөн республикала 2200 автобус эшләй, уларҙың 80 проценты дизель яғыулығында. Йәмәғәт транспорты эшенә бәйле ялыуҙар теркәлмәгән.