Шаран районында «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре проекттарының үтәлеше тикшерелде

Еңеүсегә бүленгән аҡсаларҙың маҡсатлы файҙаланылыуы тикшерелде. Шаран районында «Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар проекттарҙың үтәлеше ҡараны. 2021 йылда 3 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булған Йәрәмкә ауылында балалар майҙансығы файҙаланыуға тапшырылған. Ҡунаҡтарҙы йәш көрәшселәр ҡаршы алды. Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар барланды. Шулай уҡ был көндө урындағы халыҡ ҡоймаҡ байрамын да ойошторҙо. Сара бай табын, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының күргәҙмәһе, фольклор коллективтарының сығыштары менән үрелеп барҙы.