Уҙған ял көндәрендә генә Белорет районында ун өс кешенең урманда аҙашыу осрағы теркәлгән

Араларында бәшмәк йыйыусылар ҙа булған. Бәхеткә, барыһы ла ҡотҡарылған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртә: урманға барғанда иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Аҙашҡан осраҡта, юлды таба алмаған осраҡта урында ҡалыу, йә транспорт тауышы сыҡҡан яҡҡа барырға кәрәк.