Башҡортостанда быйыл 210 Берҙәм дәүләт имтихан эше 100 баллға тапшырылған

Малай-ҡыҙҙар иң юғары баллды физика, математика, химия, әҙәбиәт кеүек фәндәр буйынса йыйған. Имтиханды йөҙ баллға тапшырыусы йәштәргә махсус стипендия һәм премия ҡаралған. Балаларҙы аттестацияға әҙерләгән уҡытыусылар өсөн дә дәртләндереү саралары ғәмәлдә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Физика уҡытыусыһы Гөлнур Ғәлина Республика инженер лицей-интернатында 20 йылдан ашыу балаларҙы уҡыта. Ошо ваҡыт эсендә ул байтаҡ олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе, берҙәм дәүләт имтихандарын юғары баллға тапшырыусы малай-ҡыҙҙарҙы әҙерләгән. Әммә имтихан һөҙөмтәләре быға тиклем тик 97-99 баллға еткән булған. Быйыл уның уҡыусыһы тәүге тапҡыр берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған.

Республика инженер лицей интернатында быйыл 5 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ баллға тапшырған. Юғары балл йыйған уҡыусыға төбәк университетына уҡырға ингән осраҡта йөҙ мең һум премия менән махсус стипендия ала. Балаларҙы һынауҙарға әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һумлыҡ дәртләндереү сараһы ҡаралған.

Башҡортостанда 210 Берҙәм дәүләт имтиханы эше йөҙ баллға тапшырылған.Иң юғары баһа алыусылар башлыса техник фәндәр буйынса имтихан тапшырыусылар. Төбәктәр алдында математика һәм башҡа теүәл фәндәр араһында уҡытыу сифатын арттырыу маҡсаты ҡуйылған. 2030 йылға йәштәрҙең 35 проценты йомғаҡлау аттестацияһы өсөн ошо предметтарҙы һайларға тейеш. Быйыл төбәктә балаларҙың 41 проценты техник йүнәлеш һайлаған, был йәһәттән республика алдынғы субъекттар исемлегендә.

Ф.Миһранова