Республикала тағы 4 ғаилә "Ата-әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды

Радий  Хәбировтың ошо турала  указы бар. Ишембайҙан Лабзиндар,  Туймазынан Шушуновтар, Өфөнән Ибраһимовтар һәм  Белорет районынан Елена Рыбакова бүләкләнә.  "Ата-әсәлек даны" миҙалы балаларҙы тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм нығытыуға ҙур өлөш индереүселәргә  бирелә.