Юғары оҫталыҡ өсөн аҡсалата бүләк 15 хеҙмәткәргә бирелә. Быйыл "Йыл уҡытыусыһы" республика конкурсында Өфөнән Ангелина Степанова еңеп сыҡты. Шулай уҡ "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте", "Туған тел һәм әҙәбиәт" конкурстары уҙғарылды. Уларҙың еңеүселәре һәм призерҙарына ла премия ҡаралған.