Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, эштәр икенсе йыл дауам итә. Уҙған йылда Башҡортостан ҡаҙнаһы иҫәбенә 6 километрҙа торбалар яңыртылды. Быйыл федераль программа һәм милли проект буйынса 1 километрҙан ашыу участкала эштәр алып барыла. Киләһе этап 2027 йылда башлана. 2025 йылда яңы йыл каникулында коммуналь авария арҡаһында 17 меңгә яҡын кеше һыуһыҙ ҡалғайны.