Башҡортостанда йәш медицина белгестәрен йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров  белдереүенсә, беҙҙең медицина вузы йыл һайын күрһәткестәрен яҡшырта бара. Ул барлыҡ федераль програмаларҙа ҡатнаша, инфраструктураһы яҡшыра.  Медицина университеты "Приоритет" программаһына ҡушылған. Һуңғы ике йылда медицина колледждарына уҡырға  инеүселәр артты.  Бынан тыш төрлө ярҙам саралары бар.  "Ауыл табибы", "Ауыл фельдшеры" программалары  эшләп килә.Йәш кеше яҡшы эшкә урынлашырға ынтыла, яҡшы бина, яҡшы ҡорамалдар  кәрәк.  Беҙҙә барыһы  ла  ныҡ  яҡшы тип  әйтеп булмай, шулай уҡ был йүнәлештә эҙмә-эҙлеклә эш алып барыла, - тине Радий Хәбиров. Бөгөн Республика Башлығы "Медицинала алдынғылыҡ - төбәк һаулыҡ һаҡлау системалары менән стратегик идара" программаһында  ҡатнашыусылар менән осрашты.