Өфө-Ташкент дуҫлығы нығый бара

Башҡортостан һәм Үзбәкстан бизнес-форумында төрлө килешеүҙәргә  ҡул ҡуйылды. Уларҙың дөйөм суммаһы 100 миллион долларға яҡын. Өфөлә  Үзбәкстан сауҙа йорто асыла. Шулай уҡ Ташкент өлкәһендә ике республика ҡатнашлығында "Бекабад" технопаркы булдырыла. Форумда 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты, аҙыҡ-түлек, химия, автомобиль сәнәғәте, медицина, төҙөлөш тармаҡтары вәкилдәре осрашты.