Балалар яңы уҡыу йылында 164 көн дәрескә йөрөйәсәк

Мәғариф  министрлығы  уҡыу календарын тәҡдим итте.  Уға  ярашлы, көҙгө һәм яҙғы   каникул 9 көн дауам итә,  ҡышын  11 көнлөк ял  була. Йәйге каникул 97 көнгә  һуҙыла.  Бынан тыш, Рәсәй  һәм Республика байрамдарында  өҫтәмә  ялдар ҡаралған.  1-се кластар февраль айында  ла  өҫтәмә  каникулға китә.