Башҡортостанда табиптар өсөн лидерлыҡҡа уҡытыу бөтә Рәсәй программаһы эш башланы

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе етәкселәрҙе берләштергән проектта ҡатнашыусыларҙы республика башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән проект сиктәрендә медицина тармағы өсөн яңы быуын етәкселәрен әҙерләү маҡсаты тора. Мәғариф программаһында ҡатнашыуға бөтә ил буйынса 1300 ғариза ҡабул ителгән, әммә уҡыу өсөн 80 иң көслө белгес һайлап алынған. Лидерлыҡ проектын ойоштороу өсөн Башҡортостан осраҡлы һайланманған. Республикала медицина учреждениелары яңыртыла,заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, уҡыу йорттарында төплө белемле кадрҙар әҙерләнә.