Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов тәҡдиме менән Юлдыбай ауылының Урал аръяғы агроинженерия колледжында пилтоһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүсе операторҙар әҙерләнә. Был маҡсатта коллежд базаһында махсус клуб асылған. Бында колледж студенттары аэродинамика, программалау серҙәрен, пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу һәм идара итеү нескәлектәрен өйрәнә. Дрон менән идара итеүгә рөхсәт алғанға тиклем улар теорияны үҙләштерә, һуңынан симуляторҙарҙа пилотһыҙ аппараттар менән идара итергә өйрәнә. Пилотһыҙ осоу аппараттары технологиялары үҫеше уларҙы ҡулланыу даирәһен дә киңәйтә, ти белгестәр.
Пилотһыҙ системалар хәҙерге хәрби операцияларҙың төп терәге булып тора. Уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыу өсөн төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә алған юғары квалификациялы техник һәм навигация белгестәре, идара итеү операторҙры, программасылар әҙерләү илебеҙ оборонаһын стратегик йәһәттән көсәйтеү мөмкинлеген бирәсәк тип күҙаллана. Урал аръяғы агроинженерия колледжы студенттары алған белемдәрен төрлө өлкәләрҙә ҡуллана аласаҡ.