Федеровка районында иҫерек килеш мотоцикл йөрөткән ҡатын тотолған

Ханым... хаҡлы ялда.. таныҡлыҡһыҙ... теркәлмәгән техникала... шлемһыҙ...эскән килеш... етмәһә ИЖ Юпитер мотоциклы руле артында. Федеровка районының Кузьминовка ауылында дәүләт автоинспекторҙары Салауат ҡалаһында йәшәүсе 60 йәшлек пенсионерҙы туҡтатҡан. Ҡатындың иҫерек булыуы приборһыҙ ҙа күренеп тороған. Алкотестер уның ҡанында 0,222 миллиграмм алкоголь барлығын асыҡлаған. Ханыма хәҙер барлыҡ ҡағиҙә боҙоуҙар буйынса штраф һалынған. Ә уның коляскалы ҡорос аты махсус туҡталҡаға оҙатылған