Өфөнөң яны биләмәләрендә тышҡы яҡтыртыу системаһы яңыртыла

Заманса ҡорамалдар электр энергияһын өс тапҡырға кәмерәк сарыф итә. Электр шкафтары ла уңайлы, хәүефһеҙ ҡоролған, тауышһыҙ эшләй. Заманса моделдәр баш ҡаланың барлыҡ участкаларында ла тиерлек урынлаштырылған, әлегә уларҙы урынлаштырыу буйынса эш «Башҡортостан сәскәләре» микрорайонында алып барыла.

Быйыл учреждение тарафынан 106 бағана, электр энергияһын аҙ сарыф иткән 871 яҡтыртҡыс ҡуйылды, яҡынса утыҙ мең метр кабель һуҙылды. Тышҡы яҡтыртыу системаһы менән идара итеү шкафтары ла яңыртылды.

Динислам Шәрипов, предприятиеның баш инженеры урынбаҫары