Өфөлә 7 авгусҡа тиклем мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү комиссияһы эшләй

Уҡыу кабинеттарының, спорт залдарының, ашханаларҙың, ҡорамалдарҙың төҙөклөгө, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек, эвакуация юлдарының һәм хәүеф төймәләренең торошо тикшерелә. Бөгөн комиссия Шәриф Сөләймәнов исемендәге 26-сы белем биреү үҙәгендә булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Бер быуаттан ашыу тарихы булған белем биреү үҙәгенең яңы бинаһы 21 йыл элек асылған. Төп иғтибар үҙәгендә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек. Эвакуация юлдары, ут һүндереү ҡоролмаһының яраҡлыҡ мөҙҙәте тикшерелә. Ул ун йылдан ашмаҫҡа, биш йыл һайын зарядланған булырға тейеш.

Уҡыу кабинеттары төҙөкләндерелгән. Был хаҡта коридорҙа аңҡыған буяу еҫтәре лә һөйләй. Яңы буялған иҙәндәр көҙгөләй ялтырап ята, стендтар алыштырылған. 40 йылдан ашыу педагогик стажы булған Гөлсинә Маликова башланғыс кластарҙы уҡыта. Рәсәйҙең маҡтаулы тәрбиә һәм мәғариф эшмәкәре һәр яңы уҡыу йылын яңы тормош башы һымаҡ ҡабул итергә өйрәнгән.

Спорт залының иҙәнендә иһә яңы уҡыу йылына яңы келәм. Йыһаз Самбо бөтә рәсәй федерацияһынан. Самбо менән шөғөлләнеү өсөн махсус келәм уҡытыу программаһына ярашлы бүленгән. Был спорт төрөнә ылыҡтырыу буйынса белем биреү үҙәгендә төплө эш алып барыла.

Беҙҙең мәктәптә самбо башланғыс кластарҙан алып уҡытыла. Сираттағы уҡыу йылына шарттар ҙа яҡшырҙы. Йәш быуындың физик яҡтан ныҡлы булып үҫеүе мөһим.

Саро Кспоян, самбо буйынса тренер

Китапхана яңы уҡыу әсбаптары менән тулы. Мәктәп коллективы белдереүенсә, уҡыусылар кәрәкле китаптар менән йөҙ процентҡа тәьмин ителә. 9-сы кластар иһә быйыл тарихты яңы программа буйынса үҙләштерә башлай. Владимир Мединский һәм Александр Чубарьян авторлығындағы китаптар килтерелгән. Сентябргә тиклем йәмғиәтте өйрәнеү буйынса йыйынтыҡтар көтөлә.

Пилотһыҙ осоусы ҡоролмалар һөжүме һәм террор осрағына сентябрҙә уҡыуҙар үткәреләсәк. Сигнализция, хәүефһеҙлек сараралының төҙөклөгөн ҡарайбыҙ. Совет районы буйынса мәктәптәр торошо яҡшы, бер нисә кабинетта ғына буяу эштәре тамамланмаған. Белем көнөнә тиклем улар теүәлләнәсәк.

Азамат Сәйфуллин, Өфөнөң Совет районы мәғариф бүлеге етәксеһе

Комиссия йылытыу системаһының төҙөклөгөн дә тикшерә. Комиссия балалар баҡсаларын да ҡарай, баш ҡалала бөтәһе 392 мәғариф учреждениеһы иҫәпләнә. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе 1 сентябргә тиклем төҙәтергә ваҡыт бирелә.

Рәмилә Исмәғилева