Салауат башҡорт драма театры Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп грант алды

Салауат дәүләт башҡорт драма театры Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үткәрелгән Рус миҙгелдәре Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Салауат театры илдең иң яҡшы 20 ижади коллективы иҫәбенә инде һәм яңы спектакль ҡуйырға грант алды. Павлов йорто балалары спектакле Андрей Белоножкин пьесаһы буйынса әҙерләнә. Сюжет буйынса, заман үҫмерҙәре боронғо портсигар табып ала һәм Бөйөк Ватан һуғышының ҡайнар нөктәһенә-1942 йылғы ҡамауҙағы Сталинградҡа эләгә. Спектаклде ҡуйыусы режиссер итеп Стәрлетамаҡтан Әлфинур Ғәзимова саҡырылған, сәхнәгә 11 актер сығасаҡ. Урыҫ телендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн махсус әҙерләнгән сәхнә әҫәре премьераһы 94-се миҙгелдең көҙөнә планлаштырылған. Проект театрҙың тарихи хәтерҙе һаҡлау, патриотизм тәрбиәләү, кеше рухы кеүек мәңгелек ҡиммәттәр тураһында диалог алып барыу миссияһын дауам итә.