“Башҡортостан” полкы командирына Луганск Халыҡ Республикаһы Геройы исеме бирелде

Яугир “Восход” ҡушаматын йөрөтә. “Маҡтаулы исем уға махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы, берләшмә менән оҫта идара итеүе өсөн тапшырылды.”Башҡортостан” полкы һалдаттары бурыстарҙы теүәл үтәй. Командир һәм уның яугирҙары менән ғорурланабыҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов.