Рәсәй футбол берлегенең контроль-дисциплинар комитеты шундай ҡарар ҡабул иткән. Омари Тетрадзе 4-се тур уйынында арбитр менән бәхәсләшкәне, ризаһыҙлыҡ белдереп уға ҡаршы өндәшкәне өсөн шелтә алған. Бынан тыш, “Камаз” менән осрашыуҙа “Өфө”нөң баш тренер ярҙамсыһы Федор Щербаченко һәм ярымһаҡсы Залимхан Йосопов та уйындан ситләтелде. Улар ҙа киләһе матчтарҙа ҡатнашмай.