Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте»ндә яңы инвестиция проекттарын хупланы

Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте» үткәрҙе. Кәңәшмәлә сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәттәр өлкәһендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар ҡаралды. Республика етәксеһе уларҙың барыһын да өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерҙе. Атап әйткәндә инвесторҙар Йәрмәкәй районындағы малсылыҡ комплексын төҙөкләндерергә иҫәп тота. Проект тормошҡа ашһа хужалыҡта мең баш малға иҫәпләнгән тағы өс ҡура барлыҡҡа киләсәк. Республика яғынан улар һалым ташламалары аласаҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшҡыуарҙар ике ресторан төҙөргә иҫәп тота. Федераль кимәлдә эшләгән дөйөм туҡланыу брендтары ҡаланың абруйын да арттырасаҡ. Урындағы хакимиәт ер участкаларынҡуртымға алыуҙа ярҙам күрһәтәсәк тип килешелде. Иглин районында инвесторҙар 325 миллиолн һумға металл конструкциялары етештереү комплексы төҙөргә ниәтләнә. Был проект та хупланды һәм өҫтөнлөклө статусы алды. Эшҡыуарҙар шулай уҡ ерҙе теркәү, ҡуртымлау эштәрендә лә ярҙам аласаҡ.