Өфөлә һалым буйынса бурыслыларҙы асыҡлау буйынса рейд үтте

Өфөлә Һалым хеҙмәте вәкилдәре дәүләт автоинспекторҙары һәм суд приставтары менән берлектә рейд уҙғарып, бурыслыларҙы асыҡланы. Бындай профилактик саралар даими уҙғарыла. Махсус аппарат-программа комплексы автомобилдәрҙең дәүләт номерҙарын уҡый һәм шунда уҡ водителдең бурысы булыу-булмауын асыҡлай. Инспекторҙарға кәрәкле автомобилде туҡтатырға ғына ҡала. Законға ярашлы, суд приставтары бурыслының мөлкәтенә арест һалырға хоҡуҡлы. Рейдта һалым буйынса бурыслыларға иҫкәртеү яһалды.

Бындай рейдтар үҙ һөҙөмтәлелеген дәлилләне. Бурыстар тиҙ арала ҡайтарыла. Яуаплы хеҙмәттәр ҡатнашлығындағы бындай мониторинг ай һайын тиерлек үтә. Водителдәрҙе һалым бурыстары тураһында иҫкәртәбеҙ.

Юлай Булатов, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының 4-cе район-ара инспекцияһы бүлеге етәксеһе

Пассажир ташыу өлкәһендә лә яуаплы хеҙмәттәр тарафынан контроль алып барыла. Еңел такси һәм йәмәғәт транспорты туҡтатылды.

Рейд барышында пассажирҙарҙы ташыу буйынса закон үтәлешен тикшерәбеҙ, был эште алып барыуға рөхсәт документтарын ҡарайбыҙ. Водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡырам

Олег Парфёнов, Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы