Республика балалар клиник дауаханаһында ике йәшлек малайҙың мейеһендәге шеш алынды

Республика балалар клиник дауаханаһы хирургтары мейеһендә ҙур шеш булған ике йәшлек малайҙың ғүмерен ҡотҡарҙы. Ике йәшлек Динарҙың сәләмтлегендә тайпылышты әсәһе быйыл йәй күреп ҡала: сабый ҡоҫа, координацияһын юғалта башлай. Дауаханала уның мейеһендә шеш барлығы асыҡлана. Хирургтар уны ашығыс рәүештә алып ташларға юйырға ҡарар итә. Табиптар микроскоп һәм микрохирургия ҡорамалдары ярҙамында операция үткәрә. Республика балалар клиник дауаханаһында йылына 40-ҡа яҡын ошондай операция яһала. Әммә был осраҡ айырыуса ҡатмарлы булып сыға,сөнки яман шеш мейенең мөһим функциялар өсөн яуаплы нервыларына яҡын урынлашҡан. Иң бәләкәй генә хаталы хәрәкәт тә төҙәлмәҫлек эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, ти аҡ халатлылар.

Был операцияның үҙенсәлеге шунда- шеш йөрәк тибеше, тын алыш, һәм мейенең ошондай мөһим функциялары өсөн яуаплы өлөшөнә яҡын ине. Артабан химия терапияһы уҙғарыласаҡ -яман шеш алып ташланһа ла, метастаз таралмаһын өсөн кәрәк.

Айрат Тимершин, Республика балалар клиник дауаханаһының балалар нейрохирургияһы бүлеге мөдире

Бала хәҙер үҙен көндән-көн яҡшыраҡ тоя, ти яҡындары. Нейрохирургиянан химиотерапия өсөн уны онкология бүлегенә күсерәсәктәр.

Беҙ Талбазынан. Июндә улым йүткереп, температураһы күтәрелгәс, дауаханаға барҙыҡ. Дауаланып ҡайттыҡ. Әммә Динар үҙен тағы ла насар тоя башланы. Өфөгә дауаханаға килдек. Тикшергәс, яман шеш барлығы асыҡланды. Хәҙер улым йүнәлә, табиптарға рәхмәтлемен.

Ангелина Вәлишева, Динарҙың әсәһе