Республикала 2-4 класлы янғын хәүефе фаразлана. Уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 апрелдән бөгөнгә тиклем 16 урман янғыны теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 30 гектарға яҡын. Ут сығыуҙың төп сәбәбе-кешеләрҙең һаҡһыҙ ҡыланыуына бәйле. Белгестәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Урманда ут сығыу осрағы теркәлгән хәлдә ведомствоның берҙәм номерына шылтыратыу һорала. Телефон һандары 8 (800) 100-94-00, 8 (347) 218-14-14