Өфөнән Ағиҙелгә тиклем моторлы кәмәлә. Бөгөн баш ҡаланан үҙенсәлекле экспедиция старт алды. Энтузиастар Ағиҙел йылғаһы буйлап 500 километр самаһы юл үтергә ниәтләй. Маршрут Кушнаренко ауылы, Бөрө һәм Дүртөйлө ҡалалары аша үтә. Уның һөҙөмтәһе булып юлда осраған иҫтәлекле урындар тураһында айырым фильм ижад ителәсәк. Ул республиканың төп йылғаһына арналған циклдың өсөнсө бүлеге булыр тип көтөлә. Бынан алдағы сериялар команда тарафынан 2013 һәм 2019 йылдарҙа сығарылған.