Мифологик, символик, сюрреалистик. Йылҡы образын төрлө формала «Ат иле» төбәк-ара художество проекты экспозицияһында күрергә була. Күләмле сара бөгөн республиканың Милли музейында асылды. Күргәҙмә район-ҡалаларҙан 60-тан ашыу оҫтаның 200-ләп ижади эшен берләштергән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Светлана һәм Дамир Тархановтарҙың ижади эштәре ғаилә ҡиммәттәрен үҙ эсенә алған. Икеһе лә сәнғәт кешеләре. Кейеҙ баҫыу оҫтаһы Светлананың ижадында башҡорт йәйләүҙәре күҙ алдына баҫһа, тормош иптәше Дамирҙың картиналарында-ат образы. Ул һынлы сәнғәт өлкәһендә үҙен рәссам-миниатюрист булараҡ танытҡан. Һәр экспонатта ғаилә усағының йылыһы, традициялары, халыҡ сәнғәтенә ҡарата заманса ҡараш сағылыш тапҡан.
Гөлшат менән Илдус Закировтарҙың да ҡыҙыҡһыныуҙары уртаҡ. Икеһе лә ат төшөрә. Илдус Наил улы скульптор композициялары менән булышһа, ә тормош иптәше картиналар яҙа. Ғаиләнең ҡул эштәре илдең ниндәй генә төбәктәренә сығарылмаған да, кемдең генә шәхси коллекцияһын тулыландырмаған.
Төбәк-ара художество музей проекты тап ошо маҡсатта ойошторола ла инде. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына төрлө жанрҙағы картиналар, скульптура, кейеҙҙән һәм ағастан һырланған эштәр тәҡдим ителде. Уларҙың һәр береһе кешенең тоғро юлдашының күп яҡлы образы асыла.
Балалар ғына түгел, үҙешмәкәр өлкән йәштәгеләр ҙә иң отошло эштәрен проектҡа тәҡдим иткән. Бар ижадсыларҙы ла атҡа һөйөү берләштерә.
«Ат иле» күргәҙмәһе Башҡортостан Милли музейында август урталарына тиклем үҙ эшен дауам итә.
Азат Ғәлиуллин