Талбазы ауылында Ауырғазы-арена спорт майҙаны асылды

Яңы арена футбол, волейбол, хоккей, шулай уҡ еңел атлетика төрҙәре буйынса ярыштар һәм күнекмәләр үткәреүгә иҫәпләнгән. «Башнефть» компанияһы ярҙамында төҙөлгән аренаны асыу тантанаһында райондың спорт үҫешенә ҙур өлөш индергән һөнәрмәндәр бүләкләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Ауырғазы-арена урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған спорт объекты. Яңы майҙанда футбол, баскетбол, волейбол уйнау өсөн стадиондар, йүгереү һуҡмаҡтары ҡаралған. Физкультурниктар көнөндә асылған объектта спортсылар, көйәрмәндәр, балалар йыйылды. Байрам көнөндә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.

Заманса майҙансыҡты сафҡа индереү өсөн 250 млн һум аҡса бүленгән. Был сумманың төп өлөшө Башнефть йәмғиәте, район ярҙамы һәм бағыусылар көсө менән тупланған. Уртаҡ көс менән тормошҡа ашырылған комплекс яңы быуын спортсыларын тәрбиәләргә ярҙам итер, ти ауырғазылар.

Ошондай уҡ заманса ареналар, боҙ һарайҙары республикала даими сафҡа индерелә. Яңы спорт учреждениелары Октябрьский, Күмертау, Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларында ла асылды. Балалар һәм үҫмерҙәр спортына ярҙам итеү ҙур предприятиеларҙың социаль йөкләмәһенең мөһим йүнәлеше.

Ф. Миһранова