Аҡ яғаны спорт кейеменә алмаштырҙылар. Баш ҡалала 15-се йәйге корпоратив уйындар үтте. Спорт байрамы физикультурниктар көнөнә арналды. Өфө ҡалаһы хакимиәте кубогына 45 команда көс һынашты. Спорт яратыусылар баш ҡаланың төрлө өлкәлә эшләүсе предприятиеларынан тупланған. Улар мини-футбол, пляж волейболы, баскетбол, бадминтон, еңел атлетика һәм арҡан тартыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашты.
Янғын һүндереүсе, нефтсе эше лә туранан тура ҡул көсөнә бәйле. Шуға күрә волейболдың көсөргәнешле үтеүе аптырарлыҡ түгел. Командалар яҡшы әҙерлекле һәм береһе лә бирешергә теләмәй. Ләкин һәр ярыштың да еңеүсеһе була.
Командалар йәмғеһе алты дициплина буйынса көс һынашты. Спорт төрҙәренең күплеге бар ҡатнашыусыларға ла пьедесталға менеү мөмкинлеге бирә. Кемдер еңел атлетикала беренселекте алһа, бәғзеләргә арҡан тартышыуҙа етеүсе булманы. Хатта бәләкәй предприятиелар ҙа еңеү тәмен татый алды.
Иң күп командалар ҡатнашҡан спорт төрө-мини футбол. Еңеүгә хатта егерменән ашыу команда дәғүә итте. Шулай ҙа спортсылдар үҙҙәре был уйындарҙа еңеүсе юҡ, тип иҫәпләй. Иң мөһиме коллегалар бар һәм был спорт байрамы корпоратив рухты нығыта ғына.