Өфөлә йәшәүсе 79 йәшлек Таһир Ибәтуллин федераль ток-шоуға юллана

Бер ҡартлыҡта, бер йәшлектә. Өфөлә йәшәүсе Таһир Ибәтуллин федераль каналдарҙың береһендә барған ток шоуға барырға йыйына. 79 йәшлек уҙаман Өфөләге шифахнала концерт программаһы менән сығыш яһап, Андрей Малаховтың ток шоуында ҡатанашыу өсөн йыр һайланы. Был эштә уға тамашасылар ярҙам итте.

Таһир Абдулла улы республика шифаханаларында, социаль приюттарҙа, пансионаттарҙа сығыш яһай, викториналар үткәрә. Уның өсөн совет киноларынан йырҙар ятлап алған. Тамашасылар йырҙың ниндәй фильмдан икәнен, авторҙарын әйтергә тейеш. Репертуарында йөҙ русса, егерме татарса йыр.

Совет осоронда йырҙарҙың ике исеме булған, береһе рәсми, икенсеһе халыҡ ҡушҡаны. Мин уның бер куплетын, ҡушымтаһын йырлайым да, тамашасыларҙан ретро йырҙы кем, ҡайһы фильмда, нисәнсе йылда башҡарылғанын һорайым. Улар ҙа миңә ҡушылып йырлай. Бындай программа миндә генә.

Таһир Ибәтуллин, Хеҙмәт ветераны

Таһир Ибәтуллин Омск ҡалаһында тыуған. Инженер -төҙөүсе, арбитраж идарасы булып эшләгән. 16 йыл етәксе вазифаһын биләгән. 75 йәше тулғас, яратҡан шөғөлөн тормошҡа ашырырға булған. Был эштә уға ярҙам итеүселәр ҙә табылған. Хаҡлы ялдағы биология уҡытыусыһы Светлана Мөлөкова шифаханала уның сығышын ҡарағандан һуң, бергә йырларға һәм бейергә ҡарар иткән.

«Йылдарым- байлығым» тип аталған вокал студияның сығышын ял итеүселәр йылы ҡабул итте. Мәскәүгә барыр өсөн йыр һайланды.

Таһир Ибәтуллин айына өс урында сығыш яһарға күнеккән. Үҙе әйтеүенсә, был шөғөл уға йәшәргә стимул бирә. Шифаханала һаулығын нығытыусылар әйтеүенсә, оло кешенең дәрте уларға ла тормошҡа башҡасараҡ күҙлектән ҡарарға ярҙам итә.

Рәмилә Исмәғилева