Белорет боксеры 92 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә сығыш яһап еңеүсе булды. Тағы бер алтын наградаға бадминтон оҫталары Родион Әлимов һәм Алина Дәүләтова лайыҡ булды. Спартакиада ярыштарының бер өлөшө Башҡортостанда үтә. Бөгөн Өфөлә фехтование буйынса турнир старт ала. Ул 18 авгусҡа тиклем бара.