1 сентябрҙән мәктәптәрҙә уҡыу программаһында үҙгәрештәр була

Йәмғиәтте өйрәнеү фәне 9-сы класта ғына уҡытыла башлай. Тарих сәғәттәре арттырыла.  Ғинуарҙан  5-се кластар "Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте" тигән предметты  өйрәнә. Ә "Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды  һаҡлау" ике өлөшкә бүленә -хәүефһеҙлек дәрестәре һәм башланғыс хәрби әҙерлек айырым уҡытыла. Шулай уҡ яңы уҡыу йылынан ҡайһы бер мәктәптәрҙә тәртип өсөн баһа ҡуйыла башлай, 2027 йылдан был норма барлыҡ  мәктәптәрҙә ҡабул ителә.