Октябрьский ҡалаһында Спорт даны аллеяһы асылды

Ул  урындағы Спорт һарайы биләмәһендә булдырылған. Муниципалитет етәксеһе Алексей  Пальчинский белдереүенсә, был аллея спортсыларға юғары ҡаҙаныштары, тренерҙарға яҡшы спортсылар әҙерләгәне өсөн хөрмәт билдәһе. Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә.