“Киев режимы енәйәт ҡылыуын дауам итә. Бөгөн Түбәнге Кама ҡалаһына пилотһыҙ осҡостар һөжүм итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар бар. Бөтә Башҡортостан исеменән һәләк булғандарҙың яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Зыян күргәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйем. Республикабыҙ һеҙҙең менән. Һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.