Республикала ауыл тренерҙарына 1 миллионлыҡ сертификат тапшырылды

Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, уға федераль программала ҡатнашҡан өс кеше лайыҡ булған. Галина Рейтер Шишмә районы спорт мәктәбе инструктор-методисы.  Анна Пальмина – Дүртөйлөлә дзюдо буйынса тренер. Динис Минияров Әлшәйҙә балаларҙы хоккей уйнарға өйрәтә.  “Ауыл тренеры” – беҙҙең республика тәжрибәһе нигеҙендә булдырылған федераль проект.